Киләһе йылдан Баймаҡта яһалма һыу һиптереү ҡоролмалары урынлаштырыу башлана. Аҙаҡ ошондай уҡ проект Әбйәлил һәм Хәйбулла райондарында тормошҡа ашырыла. Бының өсөн инвестор 4 миллиард һум йәлеп итергә ниәтләй. “Баймаҡта башта 2 мең ярым гектарҙа баҫыуҙарҙы һуғарыу планлаштырыла, артабан мелиорация үткәреләсәк майҙандарҙы арттырырға ниәтләйбеҙ”, - ти райондың баш агрономы Нәжип Хәсәнов.
Инвестиция проекты буйынса 2030 йылға тиклем 10 мең гектар баҫыуҙарҙы яһалма һуғарыу булырға тейеш.






