Рәсәйҙә коллекторҙарға бәйле ҡанун ҡәтғиләшә

Фото №1 - Рәсәйҙә коллекторҙарға бәйле ҡанун ҡәтғиләшә

Дәүләт Думаһы депутаттары “ҡара коллекторҙар”ҙан штраф түләтеүҙән тыш, 12 йылға тиклем төрмәгә ултыртыуҙы күҙаллаған закон проектын тәҡдим итә. Штраф 300 меңдән – ярты миллион һумға тиклем булыуы ихтимал. Шулай уҡ биш йылға тиклем мәжбүри эштәр, иректән мәхрүм итеү, өс йылға тиклем билдәле бер тармаҡта эшләүҙе тыйыу кеүек язалар ҡарала, ойошҡан төркөм ағзаларына 12 йылға тиклем төрмә янай. Дәүләт Думаһында Башҡортостандан депутат Рафаэль Мәрҙәншин белдереүенсә, закон проектын хуплау дөрөҫ. Ул шулай уҡ тулыландырыу талап итә.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ