Уларҙың барлығын археологтар бығаса белмәгән. Зыяраттар тарихи-мәҙәни биләмәне һанлаштырыу ваҡытында асыҡланған. Археологик ҡомартҡылар ҡурсаулыҡ майҙанынан ситтә лә күпләп табылған, ти Республика Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин.
“Ирәндек” музей-ҡурсаулығы 25 мең гектар майҙанды биләй.




