Радий Хәбиров шул турала социаль селтәрҙәрҙә яҙа. Республика Башлығы билдәләүенсә, 10 комплекслы технологик проекттарға нигеҙләнгән 4 йүнәлеш һайлап алынған. Улар Башҡортостан юғары уҡыу йорттарында инжиниринг, етештереү, медицина һәм генетика өлкәләрендә уйлап табылған асыштар менән бәйле. Радий Хәбиров хәбәр итеүенсә, фәнни-мәғариф үҙәк нигеҙендә өс ҙур кластер булдырыла. Башҡорт дәүләт университеты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты базаһында “ҙур классик университет” барлыҡҡа килә. Өфө дәүләт нефть техник университет һәм Башҡорт дәүләт аграр университет нигеҙендә “политехнологик университет” һәм Өфө дәүләт медицина университеты, Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты һәм “Аллоплант” федераль үҙәген берләштереп офтальмологик кластер булдырыла. “Университеттар бындай үҙгәреште хуплай. Беҙҙең команданың кәйефе шәп. Бында ғына туҡталырға йыйынмайбыҙ, артабан алға йүнәлеш алабыҙ”, - тип яҙа Радий Хәбиров.




