Сәйәси конъюктура үҙәге Рәсәйҙә спортты үҫтереү буйынса баһалама үткәргән. Башҡортостан Башлығы Мәскәү һәм Санкт-Петербург губернаторҙарынан ҡала рейтингта өсөнсө урынға ҡуйылған. Беҙҙең республикала 1 миллион 800 меңдән ашыу кеше спорт һәм физкультура менән даими шөғөлләнә. Башҡортостанда 12 меңдән ашыу спорт объекты иҫәпләнә. Был күрһәткес буйынса беҙҙең төбәк илдә икенсе урында. Радий Хәбиров үҙ өлгөһөндә лә сәләмәт тормош алып барыуҙы күрһәтә. Ул классик алыш буйынса спорт мастеры кандидаты, хоккей уйнай, социаль селтәрҙәрҙә спортҡа бәйле хәбәрҙәр менән уртаҡлашып бара.




