Халыҡ медицинаһы менән шөғөлләнеүселәр был төр үләндәрҙе япраҡ ярғанға тиклем тоҙлар өсөн әҙерләй. Төрлө ауырыуҙарға ҡаршы, бигерәк тә химия сәнәғәтендә эшләүселәргә файҙалы булыуын билдәләй белгестәр. БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Халыҡ медицинаһы белгестәре ҡаҙаяҡты тап ыуыҙ сағында йыйыуҙы хуп күрә. Бөрөләнгәндә һабағы йомшаҡ булыуҙан бигерәк, файҙалы микроэлементтар һаҡлауы менән үҙенсәлекле. Етмеш йәшен ваҡлаған Рәмил Әбделмәнов был төр үләнде йыйыу менән йәш саҡтан, Алыҫ Көнсығышта йәшәгән ваҡыттан шөғөлләнә. Заманында ҡаҙаяҡ үләндәрен Япония, Ҡытай һәм Корея халҡы һатып алыр булған. Был илдә йәшәүселәр организмды нурланыуҙан дауалау өсөн махсус файҙаланған.
Был шөғөлөн Рәмил Әбделмәнов хаҡлы ялға сығып тыуған яҡтарына ҡайтҡас та ташламай. Йыл да тап май урталарында йылға, һаҙлыҡ үҙәндәренән ҡаҙаяҡ йыйырға сыға. Бөгөн ул үләнде Инйәр йылғаһы буйынан йыйырға ҡарар иткән. Ғөмүмән, замандашыбыҙ ҡаҙаяҡты экологик яҡтан таҙа урында үҫкәнен һайлай.
Сөнки, дарыу тигәндең ағыуға әйләнеүе лә ихтимал. Шуға ла халыҡ медицинаһы менән шөғөлләнеүселәр һынамыштарға ышанып эш итә. Яңы ай тыуғанда, йә таң ысығы кипкәндәме, киске эңерҙә йыя торған һәр дарыу үләненең үҙ ваҡыты бар.
Рәмил Әбделмәнов Архангел районы ҡарурманынан йыйып килтергән бер ҡосаҡ ҡаҙаяҡ шунда уҡ тоҙларға оҙатыла. Тормош иптәше Руза ханым бының өсөн кәрәкле эш ҡоралдарын әҙерләп тә ҡуйған. Ҡаҙаяҡ тейешенсә ваҡланып туралғас ул көнбағыш майына ҡыҙҙырыла, йә тоҙлап, ныҡлап баҫып ҡаранғы урынға ултыртыла.
Йорт эсе лә, ғөмүмән, үҙе бер ботаника баҡсаһын хәтерләтә. Руза Зәйнулла ҡыҙы үҫтергән гөлдәрҙең ниндәй генә төрө юҡ. Уның тап тәбиғәт йәнле, халыҡ медицинаһын биш бармағылай яҡшы белеүенән килә. Ә инде бөгөн бер йылға етәрлек ҡаҙаяҡ әҙерләнһә, июнь баштарында башҡа шифалы үләндәрҙе йыйыу осоро етә.
Азат Ғәлиуллин






