Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡортостан

Милли музей шанлы йылдар тарихына бәйле күргәҙмә материалдарын яңыртты. Экспозиция республиканың еңеүгә индергән өлөшөн сағылдыра. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында республиканан 700 меңдән ашыу кеше фронтҡа китә. Уларҙың яртыһы тигәндәй яу яланында башын һала. Башҡортостан ныҡлы тыл үҙәктәренең береһенә әйләнә.

Экспозицияны асыу тантанаһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ғәлим Яҡупов 112-се Башҡорт атлы дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатов һәләк булған Штеровка ауылы эргәһендәге ҡалҡыулыҡтан алынған тупраҡ өлгөһөн һәм башҡорт атлылары исемлеге тупаланған күп томлыҡты бүләк итте.

Фото №1 - Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡортостан

Рафиҡ Әхмәтшин

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ