Евразия ғилми-мәғариф үҙәге 128 миллион һум күләмендә федераль грант алды

Бөгөн был хаҡта Рәсәй хөкүмәте рәйесе Дмитрий Чернышенко менән ғилми-мәғариф үҙәге советы ултырышында билдәле булды. Евразия ғилми –мәғариф үҙәге эшенең тәүге һөҙөмтәләре хаҡында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров һөйләне. Беҙ дүрт төп йүнәлеште билдәләнек, улар 10 комплекслы технологик проекттарға нигеҙләнә, тине төбәк етәксеһе.

Технологик үҫеш өлкәһендә киләсәктә өс кластер барлыҡҡа килә. Ул Өфө дәүләт нефть техник һәм Башҡорт дәүләт аграр университеттары нигеҙендәге политехнологик университет, Башҡорт дәүләт медицина университеты менән Өфө ғилми тикшеренеүҙәр институты, «Аллоплант» үҙәге базаһындағы офтальмологик кластер.

Алдынғы производство технологиялары һәм инжиринг йүнәлеше буйынса Өфө авиация техник университеты менән Авиация моторҙар эшләү үҙәк институты юғары әйләнештәге электрогенератор төҙөнө. Донъяла уның аналогтары юҡ.

Биомедицина һәм генетика йүнәлешендә күкрәк биҙҙәрендә яман шеш барлыҡҡа килтереүсе 192 ген асыҡланған. Ул сирҙең барлыҡҡа килеү сәбәптәрен белергә һәм һәм дауалауҙа ярҙам итәсәк. Асыш буйынса эш сит ил партнерҙары менән берлектә алып барылған.

Фото №1 - Евразия ғилми-мәғариф үҙәге 128 миллион һум күләмендә федераль грант алды

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ