Ул ҡала төҙөлөшө һәм ер-мөлкәт мөнәсәбәттәре өлкәһендә норматив-хоҡуҡи акттар эшләү менән шөғөлләнәсәк. Бындай ҡарар Андрей Назаров рәйеслегендә үткән кәңәшмәлә ҡабул ителде. Комитетҡа Башҡортостан Хөкүмәте, Өфө ҡалаһы хакимиәте вәкилдәре, шулай уҡ төҙөүселәр берлеге ағзалары инәсәк.
Күсмә семинар «Стройфедерация» компанияһының «Аҡыллы йорт» торлаҡ комплексында үтте. Делегация заманса технологиялар ярҙамында коммуналь түләүҙәрҙе экономиялау мөмкинлектәре менән танышты. Андрей Назаров торлаҡ комплексындағы эшкә баһа биреп, төҙөлөш өлкәһендәге өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙе билдәләне.
Илдар Байбулатов




