Махсус рейдтарҙа көндәлек ҡалдыҡтары контейнерҙарына төҙөлөш материалдарын бушатыусы шәхестәргә һәм ойошмаларға штрафтар билдәләнә. Законға ярашлы, контейнерға төҙөлөш материалдары кеүек ҡалдыҡтарҙы ташлаусылар төбәк операторы менән килешеү төҙөп өҫтәмә сумма түләргә тейеш. Теманың дауамы БЮТ канаоы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Йөк машинаһында төҙөлөш материалдарын контейнерға түгеүсе ир таҡталарҙы урнаға ташларға мөмкин тип бәхәсләшә. Көндәлек ҡалдыҡтары урынына төҙөлөш материалдарын бушатыусы сүп өсөн өҫтәмә аҡса түләргә йыйынмай. Айырым контейнерға ташланасаҡ сүп-сарҙы түгеү өсөн төбәк операторы менән бәйләнешкә инеп таҡталар өсөн өҫтәмә сумма түләргә кәрәк.
Сүп-сар сығарыу өсөн яуаплы төбәк операторы Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығы белгестәре менән ойошторған рейд барышында Өфө районындағы контейнерҙар тикшерелде. Төҙөлөш материалдарын контейнерҙарға бушатыу өсөн рөхсәт ҡағыҙы булмаған граждандарға ҡарата административ штрафтар билдләләнде. Физик шәхестәр ике мең һумға тиклем, юридик ойошмалар 250 мең һумдан 400 мең һумға тиклем штраф түләргә бурыслы.
Төҙөлөш материалдары хәүефһеҙлек күҙлегенән дүртенсе класс ҡалдыҡтары тип һанала. Шуға ла полигонда сүп-сарҙы эшкәртеү өсөн махсус майҙан бүленә. Ҡалдыҡтарҙан тәбиғәткә һәм тупраҡҡа зыян килмәһен өсөн айырым бүлексәләр ойошторола.
Сүп-сар контейнерҙарына мебель һәм эре габаритлы әйберҙәрҙе ташлау тыйылмай, ә бына кирбес, поликарбонат, ағас ботаҡтары, таҡталар һәм башҡа төҙөлөш материалдарын ташлаған өсөн штрафтар ҡаралған. Өфө районы Бурцев ауылында сүп-сар өйөмө тап рөхсәт ителмәгән ҡалдыҡтарҙан тора һәм был хәл башҡа биләмәләрҙә лә ғәҙәти күренеш.
Төбәктә сүп-сар реформаһы менән бәйле етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү өсөн системалы эш алып барыла. Төбәк операторҙары хеҙмәттәрен камиллаштырыу, сүп контейҙары майҙанын таҙа тотоу, граждандарҙа тирә-яҡ мөхиткә яуаплы һәм һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү төп маҡсат булып ҡала.
Флорида Ким






