Йөрәгемде балаларға бирәм: Өфөлә Бөтә Рәсәй бәйгеһенә йомғаҡ яһалды

Бөтә Рәсәй конкурсының республика этабына бөгөн Өфөлә йомғаҡ яһалды. Өҫтәмә белем биреү өлкәһе хеҙмәткәрҙәре араһында ойошторолған конкурста ҡатнашыусылар өсөн асыҡ дәрестәр, командала эшләү кеүек һынауҙар уҙғарылды.

Республика төбәктәренән өҫтәмә белем биреүсе 56 уҡытыусы һөнәри белемен тикшерҙе. Еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһы Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтында үтте.

Фото №1 - Йөрәгемде балаларға бирәм: Өфөлә Бөтә Рәсәй бәйгеһенә йомғаҡ яһалды

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ