Учалы районы Мансур ауылында тыуып үҫкән Сабир Шәйәхмәт улы мәктәпте тамамлау менән Бөйөк Ватан һуғышына алына. Ул Воронеж, Дала, 3-сө Украина фронттарында, Курск дуғаһында һәм Днепрҙа фашист илбаҫарҙарына ҡаршы алыштарҙа ҡатнаша. Ауыр яраланған һалдат һуғыштан һуң Магнитогорск педагогия университетын тамамлай.
Талантлы педагог тәүҙә Учалы районында төрлө вазифаларҙа эшләй, артабан Башҡортостан мәғарифын камиллаштырыу институты директоры итеп тәғәйенләнә. 1971 йылда Сабир Шәйәхмәт улы Башҡортостан халыҡ мәғарифы министры итеп үрләтелә. Яуаплы вазифала ул ун биш йылға яҡын эшләй.
Азат Ғәлиуллин




