Мәскәү студенттары диплом спектаклдәре менән Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә сығыш яһаны. Аҙна дауамында барған спектаклдәр тулы зал йыйҙы.
Сәхнә әҫәрҙәрен Михаил Щепкин исемендәге Юғары сәнғәт училищеһы студенттарының ата-әсәләре, туғандары менән бергә театр актерҙары һәм режиссерҙар ҙа ҡараны. Өфөләге гастролдәр йәш ижадсылар өсөн ҙур һынау ҙа булып тора. Улар башҡарған ролдәренән тыш, әҙәби әҫәрҙәрҙән монолог та һөйләргә тейеш ине.
Ике аҙнанан диплом алғас, йәш көстәр республикаға эшкә ҡайтасаҡ. Тик уларҙың ҡайһы театрҙа эш башлауҙары әлегә сер булып ҡала. Гастролдәр 21 майҙа «Ҡоштар осорам» тип исемләнгән концерт менән ябыла.
Азат Ғәлиуллин




