Африкалағы Джибути ҡалаһы менән ошондай мөнәсәбәттәр урынлаштырылды, тейешле документҡа ҡул ҡуйылды. Ул төрлө өлкәләрҙә хеҙмәттәшлеккә йүнәлтелгән. Өфөнөң Джибутиҙан башҡа 9 туғандаш ҡалаһы бар. Улар - Галле, Анкара, Нур-Солтан, Бишкәк, Минск, Наньчан, Хэфэй, Цицикар һәм Шэньян.






