Башҡортостанда юл яны сервисы үҫешенә 200 миллион һум йүнәлтелә

Фото №1 - Башҡортостанда юл яны сервисы үҫешенә 200 миллион һум йүнәлтелә

Сауҙа министрлығында ике инвестиция проекты ҡаралды. Өфөнөң Калинин районында М-5 “Урал” федераль трассаһы янында кафе, киоск, автосервис, фермер баҙары һәм автомобиль туҡталҡаһы урынлаша. Икенсе проект Өфө районы Опто ауылы янында була. Бында шулай уҡ М-5 “Урал” федераль юлы янында ҡунаҡхана, автомобиль туҡталҡаһы һәм логистик үҙәк төҙөлә. Әле республикала юл яны сервисына бәйле 4 миллиард 100 миллион һумға 21 инвестиция проекты ҡаралған.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ