Баймаҡ районындағы Талҡаҫ күле дәүләт ҡурсауына алына

Фото №1 - Баймаҡ районындағы Талҡаҫ күле дәүләт ҡурсауына алына

Республика Башлығы Радий Хәбиров һыу ятҡылығы тирәләй айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәһе булдырырға ҡушты. Алтын табыусылар күл янында карьер булдырырға ниәтләй ине. Әммә экологияға зыян килтереүҙән хафаланып халыҡ ҡаршы сыҡты һәм төбәк етәкселегенә мөрәжәғәт итте. Башҡортостан Башлығы кәңәшсеһе Рәсих Хәмитов әйтеүенсә, Талҡаҫҡа махсус статус биреү – тәбиғәт ҡомартҡыһын һаҡлап ҡалыуҙа яңы мөмкинлек бирә.

Баймаҡ районындағы Талҡаҫ күле дәүләт ҡурсауына алына
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ