Бөгөн баш ҡаланың тимер юл станцияһына “Беҙ – ил армияһы! Беҙ – халыҡ армияһы!” тигән эшелон килде. 17 вагонда Рәсәй Ҡораллы көстәре үҫеше, Бөйөк Ватан һуғышы тарихы, Үҫмерҙәр армияһы хәрәкәте, хәрби табиптар эшмәкәрлегенә бәйле күргәҙмәләр урынлаштырылған. Тантана барышында халыҡ өсөн ялан кухняһы эшләне, концерт ҡуйылды. Хәрби-патриотик акция поезы 25 апрелдә Мәскәүҙән ҡуҙғалды. 64 көн эсендә поезд төрлө ҡалаларҙа туҡталыш яһай.






