Бөгөн Өфөлә Каринэ Хәбирова башланғысы менән 2019 йылда старт алған Хәйриә проектының ике көнлөк форумына старт бирелде. Тәүге тапҡыр федераль кимәлдә үткән сара сиктәрендә гүзәл заттар өсөн оҫталыҡ дәрестәре, лекциялар ойошторолдо. Конгресс-холлдан БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Матурлыҡтың ғына түгел, мөхәббәт һәм бәхеттең дә сиктәре юҡ. Залда ултырған гүзәл заттарҙы тап тормошҡа һөйөү менән тулы күңел ҡылдары берләштерә. «Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» асыҡ академияһы форумы ниһәйәт яңы баҫҡысҡа күтәрелеп, Рәсәй кимәлендә үтә. Проект авторы Каринэ Хәбирова билдәләүенсә, башланғыстың уңышлы булыуы – көслө һәм ҙур команданың берҙәм эш һөҙөмтәһе.
Яулайһы үрҙәр алда әле. Республиканың гүзәл заттарын берләштергән Хәйриә проекты Стәрлетамаҡта старт алып, тиҫтәнән ашыу район-ҡаланы урап сыҡты. Пандемия осоронда телемарафондар уҙғарылды. Һәм бөгөн килеп оло йыйын Өфөлә үтә. Төбәк башлығы Радий Хәбиров форумды асыу тантанаһында ҡатнашып, проект географияһы тағы ла киңәйәсәк тип билдәләне, бәхет биләмәһе төҙөлөшө дауам итә.
Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡазан, Екатеринбург. Форумға федераль кимәлдәге белгестәр, билдәле сәйәсмәндәр, мәғариф, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау өлкәләре белгестәре, бизнес-тренерҙар саҡырылған. Сикерҙарҙың барыһы ла гүзәл заттар. Һәр кем эшлекле программала ҡатнаша, лекциялар уҡый, түңәрәк өҫтәлдәр алып бара.
Ҡатын-ҡыҙ - милләт йөҙө тиҙәр, ғаилә ҡиммәттәрен, тарихты һаҡлаусы зат. Шул уҡ ваҡытта ул ауыл-ҡала үҫешенән дә айырылғыһыҙ. Етәксе вазифаһына етеп, фиҙаҡәр хеҙмәте менән Башҡортостанды алға әйҙәүсе замандаштарыбыҙ күп.
Ғаилә бизнесын төҙөү, коммерция булмаған ойошмалар менән эшләү, бәхетле әсәлек, балаларҙың хәүефһеҙлеге, сәләмәт туҡланыу – һәр биләмә телдән генә мәғлүмәт биреү менән сикләнмәй, практик әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Ҡатнашыусылар араһында күрше төбәк вәкилдәре лә булды.
Башҡорт милли кейемдәрендә дефиле, ҡул эштәре күргәҙмәһе, фотозоналар – форум етди әҙерлек кимәлен күрһәтте. «Тамыр» телеканалы хеҙмәткәрҙәре лә сараға күңел йылыһын бүләк итте.
Ҡатын-ҡыҙҙарҙың бәхет ағасы ныҡлы тамыр йәйеп, ил кимәлендә лә нығыныр тигән өмөттә ҡатнашыусылар. Әйткәндәй, Асыҡ академия саралары Президент гранттары фонды һәм республиканың граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамы менән тормошҡа ашырыла. Маҡсат изге – төбәктә йәшәүселәргә бәхет өләшеү.
Гөлназ Хәйбуллина





