Бөгөн Өфө эргәһендәге «Первушин» аэродромында самолет ҡоланы

Бәхеткә күрә, был авиамоделселәрҙең пилотһыҙ осоу аппараты булды. Башҡортостанда тәүге тапҡыр ойошторолған йәш конструкторҙар чемпионатында мәктәп уҡыусылары һәм студенттар командалары ҡатнашты. Улар үҙ ҡулдары менән йыйған ҡоролмаларҙы һауаға осорҙо. Оҫталарҙың тәжрибәһен абруйлы белгестәрҙән торған эксперт комиссияһы баһаланы.

Һауаға осороласаҡ ракетаның ергә йомшаҡ төшөүе мөһим. Шуға ла йәш конструкторҙар парашютты ҙур бөхтәлек менән йыя. Рәсәй ярышының төбәк этабында Рәми Ғарипов исемендәге гимназия уҡыусылары үҙ ҡулдары менән эшләгән осоу аппаратын килтергән. Уны йыйыу өсөн байтаҡ ҡына баш ватырға ла, оҙаҡ ваҡыт интернетта ултырырға ла тура килгән.

Гимназистар осорған ракета йәшен тиҙлегендәй һауаға күтәрелде һәм парашют ярҙамында ергә төштө. Комиссия ағзалары йәш конструкторҙарҙың тәжрибәһен юғары баһаланы. Әммә бындай баһаға барыһы ла өлгәшә алманы. Мәҫәлән, Өфө авиация техникумы студенттарының ракетаһы урынынан да ҡуҙғалманы. Ул ғына ла түгел, ут ҡапҡан судноны шунда уҡ һүндерергә тура килде.

Ысынлап та, бындай ярыштарҙа хәүефһеҙлек талаптарына ҙур иғтибар бүленергә тейеш. Миҫалды оҙаҡ эҙләйһе түгел - ярыш мәлендә самолеттарҙың береһе кешеләр эргәһенә ҡолап төштө. Дөйөм алғанда, был сараны Мәскәү дәүләт университеты менән «Роскосмос» дәүләт корпорацияһы берлектә ойошторған. Бәйгеселәр оҫталығы төрлө критерийҙар буйынса баһалана.

Елдең көслө булыуы ла бәйгеселәргә бер аҙ ҡатмарлыҡтар тыуҙырҙы. Әммә уларҙың күбеһе авиамодель буйынса ҙур оҫталыҡ күрһәтте. Ә инде иң-иңдәр артабан Башҡортостан данын Рәсәй кимәлендә яҡлаясаҡ.

Фото №1 - Бөгөн Өфө эргәһендәге «Первушин» аэродромында самолет ҡоланы

Илдар Байбулатов

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ