10 йәшлек улын пандус аша үткәрергә ниәтләгән Регина Сафронованың, йығылып, баш мейеһе һелкенгән. Күңелһеҙ осраҡ Башҡорт дәүләт аграр университеты туҡталҡаһында теркәлгән.
Баш ҡала хакимиәте белгестәре Өфөлә ер аҫты үткәүелдәрендәге пандустарҙың етешһеҙлектәр менән төҙөлөүен һәм уларҙың хәүефле булыуын таныны. Теманың дауамы БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Текә пандустан коляскалағы улы менән ҡолаған Регина Сафронова ғәҙеллек эҙләй. Өфө үҙәгендә ер аҫты үткәүелендә пандустан йығылып зыян күргән ханым сирле улын йәрәхәтләнеүҙән көс-хәл менән генә һаҡлап ҡалған. Бейек пандус баҫҡыстарынан тубыҡтары менән шыуып төшкән әсәгә шаһиттар тиҙ ярҙам машинаһын саҡыртҡан.
Пандустан ҡолаған Регина Сафронованың баш мейеһе һелкенгән. Церебраль фалиждан яфаланған ун йәшлек Элдар коляска менән бергә йығылған. Бәхеткә, малайҙы етди йәрәхәтләнеүҙән коляскала эленеп торған рюкзак ҡотҡарған, сөнки бала башы менән рюкзакка бәрелгән. Зыян күреүсе әсә әйтеүенсә, Өфөлә уңайлы мөхит булдырыу буйынса күп һөйләшеүҙәр алып барыла, әммә улар һүҙҙән реаль эшкә күсмәй.
Өфөлә ер аҫты үткәүелендә хәүефһеҙлек талаптарына ярашлы төҙөлгән бер генә пандус бар. Ул Дан бульвары туҡталҡаһында урынлашҡан. Инвалид коляскаһындағы кеше ҡаршылыҡһыҙ хәрәкәт итһен өсөн уңайлы һәм хәүефһеҙ пандустарҙың проекттары әҙер, тик уларҙы ғәмәлгә ашырыу өсөн аҡса талап ителә.
Пандустар реконструкцияһы бер көнлөк эш түгел, ҡала хакимиәте белгестәре әйтеүенсә, Өфөлә йылына бер пандусты төҙөкләндереү күҙаллана.Ҡала үҙәгендә хәүефле пандуста ҡолап йәрәхәтләнгән Регина Сафронова ғәҙеллек эҙләп судҡа мөрәжәғәт итергә йыйына. Зыян күреүсе әсә чиновниктар мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙың хәленә инеп, пандустар мәсьәләһенә ҡараш ыңғай яҡҡа үҙгәрер тип өмөтләнә.
Флорида Ким






