Башҡорт ырыуҙары хәрәкәте хоҡуҡи статусҡа эйә буласаҡ

Был турала Иглин районында үткән Ҡобау ырыуы йыйыны сиктәрендә әйтелде. Иртәгә Саҡмағош районында Дыуан ырыуы вәкилдәре ҡорға йыйыла. Был төбәктә башлыса төньяҡ-көнбайыш диалектының түбәнге Ағиҙел-Ыҡ һәм көнсығыш диалектының Әй һөйләштәренә ҡараған башҡорттар йәшәй.

Иглин районы мәҙәниәт йорто Мәғәфүр Хисмәтуллин йырҙарына сорналған. Патефондан ағылған халыҡ йыры әкрен генә район үҙәге урамдарын да яңғыратты. Төбәктә Ҡобау ырыуы йыйыны мәшһүр халыҡ йырсыһын иҫкә алыу, балалар музыка мәктәбе алдындағы бюсҡа сәскә һалыуҙан башланды.

Мәғәфүр Хисмәтуллин үҙе лә Ҡобау ырыуының лайыҡлы вәкилдәренең береһе. Уның кеүек үҙе эшләгән өлкәлә уңыш ҡаҙанған замандаштарыбыҙ ҙа етерлек. Бар ғүмерен мәғариф өлкәһенә арнаған Фаил Тикеев тап шундайҙар исемлегендә. Хаҡлы ялға сыҡҡас ул ныҡлап ырыу шәжәрәһен өйрәнеүгә тотона. Тикшеренеүҙәрен айырым китап итеп баҫтырыуға ла өлгәшә.

Ҡобау – мең ҡәбиләһе башҡорттары составындағы ырыу. Этнонимы буйынса ҡырғыҙҙарға ла таныш. Алтайҙан Ҡаф тауына тиклемге арала «ҡобау» һүҙе булған топоним һәм гидронимдар киң таралған. Ғалимдар Ҡобау ырыуы башҡорттарының борон бик күп тарихи ерҙәрҙе биләүен һыҙыҡ өҫтөнә ала. Улар Эҫем, Юрмаш, Йүрүҙән, Оло Нөгөш, Ҡыҙаш йылғалары буйын да төйәк иткән.

Үҙҙәренең шәжәрәһен республиканың төньяҡ-көнбайыш төбәктәрендә йәшәүсе Ҡобау ырыуы башҡорттары ла ҡыҙыҡһынып өйрәнә. Был йәһәттән тарихи факттарға таянып эш итә.

Ҡобау ырыуы ҡоро барышында Башҡорт ырыуҙары хәрәкәтенең юридик статусҡа эйә буласағы билдәләнде. Был турала Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе белдерҙе. Оло Башҡортостан төбәктәрендә урындағы халыҡтың үҙ асылына ҡайтыуы осрашыуҙарҙың һөҙөмтәлелеген иҫбатлай.

Башҡорт тарихы йылында, ырыуҙар ҡоронан тыш, республиканың һәр район-ҡалаһы үҙ сараларын да ойоштора килә. Тыуған яғына бәйле тарихи сығанаҡтарға таянып риүәйәт-легендаларын өйрәнә. Ырыуының лайыҡлы ул-ҡыҙҙарының исемен мәңгеләштереү буйынса нигеҙле эш алып бара.

Фото №1 - Башҡорт ырыуҙары хәрәкәте хоҡуҡи статусҡа эйә буласаҡ

Азат Ғәлиуллин

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ