Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, 129 урында һыу инергә рөхсәт ителә. Был уҙған йылдағы һандан 39-ға күберәк. Ҡала һәм райондар пляждарҙы 1 июнгә тиклем әҙерләргә тейеш. Ошо айҙа ғына Башҡортостанда тыйылған урындарҙа һыу ингән 5 кеше батып үлде.






