Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы мәктәп һәм балалар баҡсаларына шундай үтенес менән сыҡты. Һауа һәм “яҡтылыҡ” шарҙары, “ҡытай” фонариктары тирә-яҡҡа зыян килтерә һәм янғын сәбәпсеһе булыуы ихтимал, ти Тәбиғәттән һаҡлау һәм экология министрлығының экологик хәүефһеҙлек бүлеге белгесе Айтуған Аралбаев.
Быйыл республикала 18 меңгә яҡын уҡыусы мәктәп менән хушлаша. “Һуңғы ҡыңғырау” байрамы иртәгә үтә.






