Рәсәйҙә ҡорал һатып алыу, йөрөтөү һәм һаҡлау ҡағиҙәләре үҙгәрә

Фото №1 - Рәсәйҙә ҡорал һатып алыу, йөрөтөү һәм һаҡлау ҡағиҙәләре  үҙгәрә

Был турала закон проекты әҙерләнә, уны депутаттар тәүге уҡыуҙа хупланы. Мылтыҡ, пистолет кеүек ҡорал йөрөтөү законға буйһоноусыларға һәм айыҡтарға ғына рөхсәт ителәсәк. Ике йәки унан да күберәк хөкөм ителеүселәргә, иҫерек килеш машина йөрөткәне өсөн тотолоусыларға лицензия бирелмәй. Башҡортостандан Дәүләт Думаһы депутаты Рафаэль Мәрҙәншин фекеренсә, тәҡдим ителгән сикләү саралары ҡорал ҡулланып ҡылынған енәйәттәр һәм хоҡуҡ боҙоуҙарҙы кәметәсәк.

Рәсәйҙә ҡорал һатып алыу, йөрөтөү һәм һаҡлау ҡағиҙәләре үҙгәрә
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ