Был дата доньяла сәй етештереүгә, уның мәсьәләләрен өйрәнеүгә арнала. Күп йылдар Өфөлә Сәй фабрикаһы эшләп килде. Хәҙер был традицияны Ишембайҙар дауам итә. Райондың Маҡар урман хужалығы дарыу үләндәре йыйыу эшен яйға һалған. Бында боланут сәйе етештерәләр. Русса уны “Иван-чай” тип йөрөтәләр. Башҡорт сәйен етештереү серҙәре менән хужалыҡ етәксеһе Сәлим Хафизов уртаҡлашты.
Рәсәйҙә үлән сәйе етештереү яңылыҡ түгел, беҙҙең ил бер быуат элек Европаны сәй менән тәьмин иткән. Ишембай урман хужалығы продукция төрөн арттырҙы – ҡурай еләге, ҡарағат, сейә, урман еләге ҡушып сәй етештереү яйға һалынған.






