Башҡортостан башлығы республика менән идара итеү үҙәгендә башҡарылған төҙөлөш эштәрен баһаланы

Объект июндә сафҡа инергә тейеш. Рәсәй төбәктәрендә идара итеү үҙәктәре Президент Владимир Путиндың шәхси күрһәтмәһе буйынса төҙөлә. Әле яңы бинала төп эш тамамланған, инженер һәм элемтә селтәре тоташтырыла, эске биҙәкләү дауам итә. Радий Хәбиров республика менән идара итеү үҙәгенең төп зоналарын ҡараны, буласаҡ ситуациялар үҙәгенең әҙерлеген тикшерҙе.

Был урында Башҡортостан һулышын тойоу өсөн барлыҡ мәғлүмәт тупланасаҡ. Проекциялау экранына көнүҙәк мәғлүәмәтте сығарыу, инвестиция проекттарын күрһәтеү һәм халыҡтан килгән мөрәжәғәтте ҡабул итеү мөмкинлеге булдырыла. Ситуация тураһында хәбәрҙе ваҡытында алыу, мәсьәләне хәл итеүҙе тиҙләтергә мөмкинлек бирәсәк.

Республика менән идара итеү үҙәгенең яңы бинаһында Башҡортостан башлығы уның тулы эшмәкәрлеген тәьмин итеүгә арналған кәңәшмә үткәрҙе. Радий Хәбиров иғтибарына, Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫешен күҙәтеү мөмкинлеге биргән мәғлүмәт-аналитика платформаһын тәҡдим ителде.

Кәңәшмә барышында халыҡтан килгән мөрәжәғәтте эшкәртеү йүнәлештәре тураһында ла фекер алышынды. Башҡортостанда 2018 йылдан бирле инцидент менеджмент системаһы эшләп килә. Әлегә тиклем унда 166 мең мөрәжәғәт ҡабул ителгән.

Башҡортостан башлығы республика менән идара итеү үҙәге нигеҙендә ковидҡа ҡаршы ситуациялар үҙәген ойоштороу бурысын да ҡуйҙы. Әле ул "Торатау" конгресс холлында эшләп килә. Үҙәктең ҡыҙыу элемтә телефондарына шылтыратып халыҡ коронавирустан дауаланыу, бушлай дарыуҙар алыу, вакцинация үтеү һәм башҡа көнүҙәк һорауҙар буйынса шылтырата ала.

Фото №1 - Башҡортостан башлығы республика менән идара итеү үҙәгендә башҡарылған төҙөлөш эштәрен баһаланы

Рафиҡ Әхмәтшин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ