Башҡорт аграрийҙары ике аҙна тотороҡло эҫе һауа торошонан һуң ямғыр көтә

Сөнки сәсеү эштәре тамамланыу алдында, шул уҡ ваҡытта иген баҫыуҙарына зыян килтереүсе бөжәктәр менән дә көрәшеү зарур. Көндәр артабан да ҡоро торһа, һауа шарттары уңыш күләменә кире йоғонто яһауы ихтимал. Теманы БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.

Ужым культуралары быйылғы ҡышҡы һыуыҡты имен үткәргән. Ҡалын ҡар ҡатламы сәсеүлектәргә туңырға бирмәй. Борай районында 5 мең ярымға яҡын майҙанда ужым культураларынан арыш менән бойҙай үҫтерелә. Әле улар дымға туйынып күтәрелә башлаған, ти райондың баш агрономы.

Айырыуса иғтибар яҙғы сәсеү миҙгеленә бирелә. Әйткәндәй, Борай районында был эш тамамланыу алдында. Әлеге көндә Туғай ауылы эргәһендәге «Уңыш» хужалығында ҡалған баҫыуға арпа орлоҡтары сәселә. Уның майҙаны 195 гектар. Шулай уҡ ошо көндәрҙә 700 гектар ҡара бойҙай һәм 500 гектар рапс сәсергә ҡала. Техника шәп, күрһәткестәр яҡшы, ваҡытына сәсеп бөтөп өлгөрәбеҙ, тип белдерә хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре. Район буйынса быға тиклем бойҙай, арпа, һоло, борсаҡ майҙандарында эш тамамланған.

Сәсеү кампанияһын өҙөклөкһөҙ уҙғарыу өсөн ауыл хужалығы программалары буйынса һатып алынған техника ярҙам итә. Фермерҙарҙың заманса сәсеү комплекстары бер нисә эште бер юлы башҡарыуы менән алдыра: ерҙе сәсеү алдынан эшкәртә, сәсә, орлоҡтарға ашлама индерә һәм ерҙе катуклай ҙа ала. Район ошондай 10 йыһаз һәм 100 сәсеү агрегатына эйә. Әлегә ҙур мәсьәлә булып ҡоротҡостар менән көрәшеү тора.

Дым етерлек, ләкин эҫе көндәр арҡаһында һыу тиҙ арала парға әйләнеп бөтөүе ихтимал. Әлегә хәл ныҡ киҫкен булмаһа ла, ямғырлы көндәрҙе көтәбеҙ, ти райондың баш агрономы. Был осраҡта ҡоротҡостар менән көрәшеүе лә еңелерәк, уңыш та мул буласаҡ.

Фото №1 - Башҡорт аграрийҙары ике аҙна тотороҡло эҫе һауа торошонан һуң ямғыр көтә

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ