Гоголь урамында урынлашҡан объект «Мәғариф» милли прооектының «Мәғариф экспорты» федераль программаһы буйынса төҙөлгән. Уны асыу тантанаһында Рәсәй Мәғариф министрлығы менән республика Хөкүмәте вәкилдәре ҡатнашты. Яңы дөйөм ятаҡта кемдәр йәшәйәсәк? БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева белә.
Донъяның төрлө ҡитғаларынан Башҡорт дәүләт университетына килеп белем алыусы студенттар объектты асыу тантанаһында ҡатнашты. Ә бына икенсе категория студенттар әле мәктәп партаһы артында, улар һынауҙарҙы яҡшы үтһә, заманса шарттары булған яңы ятаҡта йәшәйәсәк. Был шатлыҡлы көндө университет утыҙ йыл көткән.
Дөйөм ятаҡты төҙөү өсөн «Мәғариф» милли проектының «Мәғариф экспорты» федераль программаһы буйынса 306 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Төҙөлөш башланғансы участкала археологик ҡаҙыныу эштәре алып барылған.
Биш ҡатлы объектта студенттарға йәшәү һәм спорт менән шөғөлләнеү, ял итеү өсөн бөтә уңайлыҡтар булдырылған. Уҡыу өсөн айырым бүлмәләр ҡаралған.
Аш бешереү бүлмәләрендә һыуытҡыстар, плитәләр ҡуйылған. Бүлмәләр иркен, карауаттар иҫке дөйөм ятаҡтағы һымаҡ икешәр яруслы түгел. Фатир тибындағы бүлмәләр ҙә бар.
Студенттар яңы дөйөм ятаҡта сентябрҙән йәшәй башлай. Әле юғары уҡыу йортонда 800 тирәһе сит ил студенты белем ала, киләсәктә был һанды мең ярымға еткереү күҙаллана.
Дөйөм ятаҡ Башҡорт дәүләт университеты ҡаршыһында, Гоголь урамында. Киләсәктә уның янында тағы 14 ҡатлы дөйөм ятаҡ төҙөү ҡарала.
Рәмилә Исмәғилева





