Өфөлә акушер-гинекологтар тәжрибә уртаҡлаша

Бала тапҡанда ҡатын-ҡыҙҙарҙың күп ҡан юғалтыуына килтереүсе сәбәптәрҙе асыҡлау һәм уларҙы дауалау буйынса Мәскәү табиптары ҡатнашлығында кәңәшмә уҙҙы. Ғилми-ғәмәли конференция Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында үтте.

Сеченов исемендәге Мәскәү дәүләт медицина университеты профессорҙары һәм клиника табиптары был өлкәләге яңы методикалар тураһында фекер алышты. Йөклөлөктә патологиялар булғанда әсәнең ғүмерен һаҡлап ҡалыу һәм баланың сәләмәт тыуыуы өсөн бар тәжрибә ҡулланылырға тейеш ти, аҡ халатлылар.

Беҙ хеҙмәттәштәр менән бергә кесарев киҫеме, анестезия, интенсив терапия буйынса һорауҙарҙы ҡараныҡ. Тәжрибәле һәм йәш белгестәр өсөн дә бындай осрашыуҙар файҙалы. Беҙҙе шулай уҡ табиптар онлайн күҙәтте. 

Юрий Чушков, И.М.Сеченов исемендәге Мәскәү дәүләт медицина университеты доценты
Фото №1 - Өфөлә акушер-гинекологтар тәжрибә уртаҡлаша

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ