Балаларҙың 42 меңе 9-сы, 18 меңдән ашыуы 11-се синыфты тамамлай. Был тантана йылдағыса тулҡынландырғыс ваҡиғаларға бай, тик быйыл коронавирус пандемияһы менән бәйле сикләүҙәр индерелгән. Һуңғы ҡыңғырау байрамын мотлаҡ рәүештә асыҡ һауа аҫтында һәм хәүефһеҙлек талаптарын күҙ уңында тотоп ойоштороу талап ителә. Өфөнөң белем усаҡтарындағы тантаналарҙан БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Ҡыңғырауҙар мәктәптә көн һайын яңғырап торһа ла, тап һуңғыһы айырым мәғәнәгә һәм ҡөҙрәткә эйә. Был сыңға мәктәп йылдарындағы хәтирәләр ҙә, оло тормошҡа бағлаған өмөттәр ҙә һыйған. Һуңғы ҡыңғырау ғүмерҙең яңы баҫҡысы һымаҡ. Уҡыусылар ҙа был үргә ҙур маҡсаттар менән аяҡ баҫа.
Өфө ҡалаһының Мөхәмәт Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейы уҡытыусылары фекеренсә, уҡыусыларға борсолорлоҡ урын юҡ. Мәғариф учреждениеһында балаларға төплө белем бирелгән. Олимпиадалаҙа, конкурстарҙа яуланған еңеүҙәр шуға асыҡ миҫал. Үткән йылдарҙағы берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәләре лә юғары кимәлде һәм әҙерлекте иҫбатлай.
Педагогтар әйтеүенсә, белем усағының матди -техник базаһын нығытыуға ла ныҡлы иғтибар бирелә. Был уҡыу йылында заманса ҡоролмалар меннән йыһазландырылған кабинеттар асылған, ашхана яңыртылған. Шарттар тыуҙырыу уҡытыу сифатына ла ыңғай йоғонто яһай.
Өфө үҙәгендәге 91-се лицейҙа ла һуңғы ҡыңғырау тантаналы шарттарҙа үтә. Әммә башҡа йылдарҙан айырмалы быйыл ҡунаҡтар һаны сикләнгән. Сара асыҡ һауа аҫтында уҙһа ла, ингәндә температура тикшерелә, битлек кейеү һорала. Ата-әсәләр фекеренсә, был дөрөҫ ҡарар, һүҙ һәр беребеҙҙең сәләмәтлеге хаҡында бара.
Коронавирусҡа бәйле башҡа үҙгәрештәр ҙә бар. Быйыл Берҙәм дәүләт имтихандарын уҡыу йорттарына ингәндәр генә тапшыра. Башҡаларға аттестат алыу өсөн рус теле һәм математиканан сығарылыш һынауҙарын биреү ҙә етә.
Быйылғы һуңғы ҡыңғырау тантанаһы ойоштороу үҙенсәлектәре буйынса башҡа йылдарҙан айырыла, короновирус пандемияһы менән бәйле сикләүҙәр индерелгән. Әммә был уҡыусыларҙың һәм уҡытыусыларҙың күңел торошонда, кәйефендә сағылмай. Уларҙың һәр береһе өсөн бөгөн тулҡынландырғыс ваҡиға, һуңғы ҡыңғырау сыңы балаларҙы оло, үҙаллы тормош юлына оҙата, ә педагогтар ун бер йыл дауамында өйрәнгән класстарын үҙ ҡанаты аҫтынан донъя киңлектәренә осора.
Рәмзиә Кәримова




