Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө алдынан Өфөлә Донор көнө ойошторолдо

«Беҙ һинең менән ҡандаш». Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө алдынан Өфөлә Донор көнө ойошторолдо. Республика ҡан биреү станцияһында уҙған акцияға тиҫтәләп кеше ҡушылды.

«Акела» Хәйриә фонды ойошторған мәрхәмәтлек сараһына тимер юлы станцияһы, нефть компанияһы хеҙмәткәрҙәре теләктәшлек күрһәтте. Табиптар билдәләүенсә, ҡан тапшырыу – тиҙ һәм сәләмәтлек өсөн зыянһыҙ процедура. Станция заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Әлегә Башҡортостанда ун биш меңдән ашыу почетлы донор булыуы билдәле.

Фото №1 - Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө алдынан Өфөлә Донор көнө ойошторолдо

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ