Өфө дәүләт нефть техник университетында электрон кейемдәр етештерелә

Учреждениела студенттар һәм педагогтар уйлап тапҡан дизайн буйынса заманса костюмдар тегелә. Уҡыу йортонда креатив йәштәр ут лампалары менән балҡыған футболкалар, тәнде тирләтмәй торған спорт формаларын етештереү өҫтөндә эш алып бара.

Сәнәғәт предприятиелары өсөн йылы һаҡлаған термо- кейемдәр тәҡдим ителә. Пульт аша идара ителгән электрон кейемдәр инженерҙар,архитектор, дизайнер һәм программистар менән берлектә етештерелә.

Студенттар дизайны буйынса тегелгән креатив кейемдәр тиҙҙән кибеттәргә һатыуға сығарыласаҡ. Әлегә беҙ әҙер кейемгә элетрон лампалар беркетеп яңы дизайн сығарабыҙ. Киләсәктә әйберҙе тулыһынса университет бинаһында етештерә башлаясаҡбыҙ.

Сергей Гладких, ӨДНТУ-ның технологик эшҡыуарлыҡ бүлеге директоры
Фото №1 - Өфө дәүләт нефть техник университетында электрон кейемдәр етештерелә

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ