Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында каллиграфия оҫталары күргәҙмәһе асылды

Күргәҙмәлә Йәмил Әхмәтғәлиев менән Айҙар Гәрәевтың эштәре ҡуйылған. Һөнәрҙәре сәнғәт менән бәйле булмаһа ла, улар был өлкәлә күптән ижад итә. Иран вәкиленән каллиграфия менән яҙырға өйрәнгәндәр.

Ижадташ дуҫтар әйтеүенсә, был стиль шул тиклем үҙенсәлекле, хатта улар бер-береһенең картиналарының йөкмәткеһен аңламаҫҡа ла мөмкин. Ҡыл-ҡәләм оҫталары үҙ эше менән йөрәктәрҙә миһырбанлыҡ уятырға, донъя асылын аңлатырға тырыша.

Экспозицияла һуңғы өс йыл эсендә яҙған картиналары урын алған. Йәмил Әхмәтғәлиев юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт автоинспекцияһында эшләй. Каллиграфиянан тыш картиналарында республика тәбиғәтен сағылдыра.

Фото №1 - Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында каллиграфия оҫталары күргәҙмәһе асылды

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ