Ошо турала бөгөн белдерелде. Спорт һәм йәштәр сәйәсәте министры Руслан Хәбибов хәбәр итеүенсә, был маҡсаттан Башҡортостан ҡаҙнаһынан 21 миллион һумдан ашыу субсидия бүленгән.
Әле район һәм ҡалаларҙа 70-кә яҡын үҙәк эшләп килә. Унда 6 йәштән 70 йәшкә тиклемгеләр һәм өлкәнерәктәр ГТО нормативы тапшыра ала. Спорт комплексын уңышлы үтәгән йәштәргә юғары уҡыу йортона ингәндә өҫтәмә балл ҡуйыла. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт гимназия-интернатының физкультура уҡытыусыһы Фәйзулла Абдрафиҡов:
ГТО нормативтарын тапшырыу буйынса тулыраҡ мәғлүмәтте www.gto.ru сайтында табырға була.






