Әммә уларҙың барыһы ла Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырмай. Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин ошо турала белдерҙе.
Дәүләт имтихандарын тапшырыуҙың төп этабы 31 майҙа башлана һәм июлгә тиклем дауам итә. Бөгөн иһә 9 класс уҡыусылары өсөн төп һынауҙар үтә. Айбулат Хажин дауам итә.
Ведомство етәксеһе әйтеүенсә, быйыл 9 кеше мәктәпте ваҡытынан алда тамамлай. Улар Берҙәм дәүләт имтиханын бер йылға иртәрәк тапшырырға булған.




