Ҡоролоҡ арҡаһында ужым культураларының яртыһы зыян күрә

Аномаль һауа торошо ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре эшенә үҙгәрештәр индерә. Яҙғы сәсеү 95 процентҡа тамамланған. Әммә аграрийҙар алдына тағы ла бер яуаплы мәл килеп етте. Мәғариф өлкәһендә бөгөндән сығарылыш уҡыусылары өсөн һынауҙар башланды. Быйыл Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыуҙа яңылыҡтар бар. Бөгөн республика хөкүмәтендә ҡаралған ошо һәм башҡа көнүҙәк мәсьәләләр тураһында БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева.

Көнүҙәк мәсьәлә - ковидҡа ҡаршы вакцина кампанияһы.Тулы компонентын 253 меңдән ашыу кеше алған. Июндә тағы 200 мең тирәһе доза килтерелә.

Муниципалитеттарҙа был тәңгәлдә эш нисек алып барылғаны киләһе оператив кәңәшмәләрҙә ҡараласаҡ.

1302 уҡыусы Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырырҙан баш тартҡан. Быйыл юғары уҡыу йортона инмәгән уҡыусыларға сығарылыш дәүләт имтиханын һайлау мөмкинлеге бирелде. Ә оло һынауҙы 17960 уҡыусы тапшыра. Популяр предметтар араһында математика, йәмғиәтте өйрәнеү, физика, биология һәм информатика.

Быйыл тағы бер яңылыҡ - ул информатиканы һайлаған уҡыусылар имтиханды компьютерҙа бирә. Бының өсөн техника бар һәм алдан күнекмәләр эшләнде.

Айбулат Хажин, Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры

Радий Хәбиров берҙәм дәүләт имтиханын ҡағиҙә боҙмай ғына тыныс шарттарҙа үткәрелеренә ышаныс белдерҙе. Ә бына ауыл хужалығында уңышҡа өмөт яртылаш ҡына. Сәсеү тамамланды тип әйтергә мөмкин, әммә аномаль яҙ арҡаһында баҫыуҙарҙа ужымдың яртыһы юғалыу кимәлендә. Аграрийҙар кукуруза, ҡарабойҙай шәкәр сөгөлдөрө, етен кеүек культураларҙы үҫтереүгә баҫым яһаясаҡ.

Ҡоролоҡ арҡаһында аҙна буйы хужалыҡтар баҫыуҙарҙа мониторинг яһаясаҡ. Сәсеүлектәрҙең бер өлөшө артабан үҫергә ҡалдырыла, ә зыян күргән өлөшөнә бәлки киренән дә сәсергә тура килер.

Илшат Фәзрахманов, Башҡортостандың ауыл хужалығы министры

Сәсеүҙән һуң ауыл хужалығы эшсәндәренә тын алырға ла ваҡыт юҡ, сөнки аҙна аҙағынан улар мал аҙығы әҙерләүгә төшә.

Спорт менән дуҫ булыусыларға иһә бер ниндәй ҙә һауа шарттары ҡамасау түгел. Был йәһәттә ГТО нормаларын тапшырыу буйынса Башҡортостан егерме төбәк иҫәбенә инергә тейеш. Быйыл ГТО комплекстары өсөн өҫтәмә биш майҙансыҡ һатып алып урынлаштырыу, райондарҙа был йүнәлеш буйынса эшләүсе тренерҙар штаты индереү күҙаллана. Кәңәшмәлә шулай уҡ Башҡортостан аша үтәсәк магистраль тураһында һүҙ барҙы.

Ә бына юл буйҙарында законһыҙ реклама банерҙары элеүгә кәртә ҡуйылыуы ихтимал. Әле Сибай, Өфө һәм Краснокама райондарында урамда 300 ҙән ашыу шундай таҡта бар. Кәңәшмәлә билдәләнеүенсә тышҡы рекламаны легалләштереү урындағы ҡаҙна өсөн файҙа килтерәсәк.

Фото №1 - Ҡоролоҡ арҡаһында ужым культураларының яртыһы зыян күрә

Рәмилә Исмәғилева

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ