Бөгөн Өфөлә һауа температураһы аномаль эҫе күрһәткестәргә етте

Баша ҡала буйынса термометр бағаналары 35 градусҡа тиклем күтәрелде. Саманан тыш тынсыу томранан кемдәр зыян күрә, алдағы көндәрҙә ниндәй һауа торошон көтәргә? Был хаҡта тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Кемдер йәйге эҫе көндәрҙе һыу буйында ял итер өсөн түҙемһеҙләнеп көтһә, бәғзеләр аномаль һауа температураһынан интегә. Йөрәк ауырыуҙары менән ауырыған Фәйрүзә Хисамиева республика кардиология үҙәгендә дауалана, сөнки самаһыҙ эҫе көндәрҙә ул үҙен насар тойоп һушын юғалта. Пациент әйтеүенсә, май айында дауаханаға ул тәүге тапҡыр эләккән.

Республика кардиология үҙәге табиптары билдәләүенсә, һуңғы аҙнала пациенттар һаны күбәйгән. Аномаль эҫе көндәрҙә йөрәк ауырыуҙары менән сирләүселәрең ҡаны ҡуйыра һәм дөйөм организмға көс төшә. Белгестәр эҫелә күберәк һыу эсергә кәңәш итә, әммә артериаль ҡан баҫымы юғары булған кешеләргә һыуҙы артыҡ күп эсергә ярамай.

Көндәрҙең эҫе тороуын иҫәпкә алып, коммуналь хеҙмәткәрҙәр көсәйтелгән режимда эшләй. Юлдарҙы һаҡлау маҡсатында йыуыу машиналары асфальт ҡатламына даими һыу һиптерә. Шулай уҡ йәшелләндереү идаралығы эшселәре таңғы 6-нан уҡ сәскә, декоратив ҡыуаҡлыҡтарҙы утарға сыға. Ә бына һалҡын һыу, туңдырма һәм кондиционерҙарға ихтыяж бер нисә тапҡыр артҡан. Кондиционерҙарҙы һатыусылар әйтеүенсә, май айында бындай ажиотаж тәүге тапҡыр. Алдағы ике аҙнала заказадарҙы ҡабыл итеү мөмкин түгел, сөнки хеҙмәткәрҙәр өлгөрә алмай.

Май айы быға тиклем ямғырлы була торғайны, шуға ла кондиционерҙар тураһында уйлаусылар аҙ ине. Быйыл заказдар буйынса май айы июлде хәтерләтә, телефон шылтырытауҙары туҡтамай.

Андрей Иванов, һатыусы

Артыҡ эҫе көндәрҙән зыян күреүселәрҙе синоптиктар тынысландырырға ашыға. Алдағы өс көндә һауа температураһының түбәнәйе көтөлә. Ә бына ямғырҙарҙы көтөргә кәрәк тәрәкмәй, улар яуһа ла урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ғына буласаҡ.

Былтыр аномаль эҫе көндәр июль айында теркәлһә быйыл май аҙағы йәйге селләне хәтерләтә. Саманан тыш эҫе һауа температураһы күрһәткестәре буйынса бөгөнгө һауа торошо Өфө тарихында тәүге тапҡыр.

Фото №1 - Бөгөн Өфөлә һауа температураһы аномаль эҫе күрһәткестәргә етте

Флорида Ким

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ