Балаларҙың тештәре һағында – ярты быуат

50 йыллыҡ юбилейы уңайынан 3-сө балалар стоматология поликлиникаһы республика конкурсын ойошторҙо.

Ярышта Башҡортостандың төрлө төбәктәренән 24 теш табибы, ортодонт һәм теш техниктары ҡатнашты. Пандемия арҡаһында сикләүҙәргә бәйле, еңеүсе онлайн-режимда асыҡланды. Теш дауалаусы белгестәр үҙ тәжрибәһендәге ҡатмарлы осраҡтарҙы күрһәтеп, балаларға сәләмәт йылмайыу мөмкинлеге биреү тураһында һөйләне.

Балалар стоматологияһы һәм ортодонтологияла һөнәри оҫталыҡ конкурсының маҡсаты-был һөнәрҙәрҙәрҙең абруйын күтәреү. Йәштәргә һөнәр нескәлектәрен өйрәтеү.

Римма Ғәниева, Өфөнөң 3-сө балалар стоматология поликлиникаһының баш табибы

Иң яҡшы белгестәрҙең эштәре конкурс һөҙөмтәләре буйынса дипломдар, кубоктар һәм бағыусыларҙан махсус бүләктәр менән баһаланды.

Фото №1 - Балаларҙың тештәре һағында – ярты быуат

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ