“Беҙ үҙебеҙ – башҡорттар” фәнни-мәғариф интернет платформаһы сиктәрендә саралар шәлкеме дауам итә

Был юлы Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында фәнни семинар үтте. Конференция башҡорт әҙәби теленең 100 йыллығына һәм Халыҡ-ара филологтар көнө уңайынан ойошторолдо. Сарала башҡорт телендә ижад итеүсе блогер һәм журналистар бүләкләнде. Ентекләберәк БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.

Билдәле йырҙарға башҡортса ҡараш. Һанаулы көндәр эсендә меңәрләгән кеше был видеояҙманы күрә. Ике ай элек кенә барлыҡҡа килгән «Башкавер» проекты Инстаграм һәм Тик-Ток киңлектәрен яулай.

Өфөлә киң мәғлүмәт сараларында, социаль селтәрҙәрҙә халҡыбыҙҙың телен һәм мәҙәниәтен популярлаштырыуға йүнәлтелгән проекттар билдәләнде. Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды еңеүселәргә грант тапшырҙы. Бүләкләү сараһы етеп килгән филологтар көнө уңайынан үткәрелде.

Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Бәхетнамә» тапшырыуы телевизор ҡараусыларҙың милли-мәҙәни мөхитте һаҡлау, туған телдәрҙе өйрәнеү мәсьәләләре буйынса фекер алышыу майҙанына әйләнгән. Проект етәксеһе Гөлназ Яҡупова ла бүләкләнеүселәр араһында. Тапшырыу 10 йыл тамашасыларҙы ҡыҙыҡлы әңгәмәләр һәм ҡунаҡтары менән ҡыуандыра.

Бәйләнештә селтәренең интерфейсын башҡорт теленә тәржемә итеүселәрҙең береһе, “Илһамиәт” төркөмө етәксеһенең эшенә лә баһа бирелде.

Иртәгә ил кимәлендә филология фәне менән бәйле кешеләрҙең һөнәри байрамы. Шуға күрә Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге башҡорт дәүләт университеты ректоры Салауат Сәғитов профессор, педагог-методист Кәбир Закирйән улын Сухомлинский исемендәге «Йөрәгемде балаларға бирәм» миҙалы менән бүләкләне.

Башкортостанда 1921 йылдың июнендә башҡорт теле дәүләт кимәленә күтәрелә. Был эш ҡатмарлы ла, ауыр ҙа, яуаплы ла була. Яңы нигеҙҙә алфавит, орфография төҙөргә, фонетик, грамматик һәм лексик нормаларҙы теркәргә кәрәк була.

«Беҙ үҙебеҙ – башҡорттар» проектың ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә ойошторолған методик семинар башҡорт әҙәби теле тарихы менән таныштырып, киләсәккә эш йүнәлешен билдәләне.

Фото №1 - “Беҙ үҙебеҙ – башҡорттар” фәнни-мәғариф интернет платформаһы сиктәрендә саралар шәлкеме дауам итә

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ