Уҙған аҙнала 3 мең 100-ҙән ашыу кеше социаль селтәрҙәрҙә йәки электрон майҙансыҡта һорау һәм тәҡдимдәрен ҡалдырған. Халыҡты башлыса коронавирустан вакцина яһатыу, биләмәләрҙе төҙөкләндереү, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, социаль яҡлау һәм юлдар мәсьәләләре борсой. “Интернетта мөрәжәғәттәр артыуын яҡшы күренеш булараҡ баһаларға була. Республика менән идара итеү үҙәге власть һәм халыҡ араһында бәйләнеш яһау, кешеләргә ярҙам итеү маҡсатынан булдырылды”, - тип хәбәр итәләр Хөкүмәттән.






