Өфөләге С.Юлаев проспекты һәм Зәки Вәлиди урамы киҫелешендә юл үткәүелен реконструкциялау дауам итә

Фото №1 - Өфөләге С.Юлаев проспекты һәм Зәки Вәлиди урамы киҫелешендә юл үткәүелен реконструкциялау дауам итә

Ремонтҡа тәүлек әйләнәһенә 82 төҙөүсе һәм 17 берәмек техника йәлеп ителә. Әле  һыу үткәреү системаһын үҙгәртеп ҡороу бара, 14 ҡорамал терәүҙәренең  туғыҙы күтәрелгән. Монолит эштәрен 30 майға тамамлау планлаштырыла. Реконструкциянан һуң үткәүел киңәйә, унда 6 һыҙатлы юл була, транспорт үткәреү мөмкинлеге  арта.  Объектты пландан 2 аҙнаға алдан тамамлап, 15 августа файҙаланыуға тапшырыу бурысы тора.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ