Парламент рәйесе Константин Толкачев әйтеүенсә, һуңғы арала самокат ҡатнашлығында авариялар йыш теркәлә. Йәйәүлеләргә лә зыян килеү осраҡтары бар. Сәғәтенә 25 километр тиҙлек йыйған самокаттарҙы велосипедҡа, унан юғары тиҙлеклеләрен мопедҡа тиңләргә була. Ә улар өсөн иһә “М” категориялы водитель таныҡлығы талап ителә. Әммә самокат был транспорт категоряһы исемлегенә индерелмәгән. Был мәсьәләне хәл итеү өсөн тротуарҙарҙа махсус велосипед юлдары булдырыу мөмкинлеге ҡарала.






