Бөгөн Ҡырмыҫҡалы районы Бекетов ауылына янғын һүндереү машинаһы тапшырылды. Бындай бүләккә улар 2030 йылға тиклем янғын һәм ҡотҡарыу көстәрен үҫтереү стратегияһын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә лайыҡ булды. Урындағы халыҡтың шатлығын БЮТ каналының ижади төркөмө уртаҡлашты.
Бекетов ауылында йәшәүселәр махсус техника тураһында күптән хыялланған. Сөнки йәй миҙгеле етеү менән эргә-тирәләге баҡсалар халыҡ менән тула. Шунлыҡтан янғын сығыу осраҡтары ла йышая. Фажиғәле хәлдәрҙе иҫкәртеү маҡсатында республика етәкселеге төбәккә янғын һүндереү машинаһы бүләк итергә ҡарар иткән. Әле ауылда ирекле янғын һағы хеҙмәте ойошторлған. Уның хеҙмәткәрҙәре ут менән башлыса тағылмалы мискәләр ярҙамында көрәшә.
Бүләк ителгән машина былтыр Булгаков ауылында асылған янғынға ҡаршы хеҙмәт бүлексәһенән килтерелгән. Ҡулланышта булһа ла белгестәр уның техник торошон яҡшы яҡтан баһалай. Әле Бекетов ауылындағы ирекмәндәр автомобиль өсөн урын да әҙерләгән. Мәктәп эргәһендәге был гаражда бар уңайлыҡтар ҙа ҡаралған.
Ә Булгаков ауылындағы хеҙмәт яңы янғын һүндереү машинаһы алды. «Урал» шассиһындағы махсус техника Өфө һәм Ҡырмыҫҡалы райондарында йәшәүселәрҙең именлеген тәьмин итәсәк.
Әйткәндәй, йыл башынан республикала 4 мең ярымдан ашыу янғын теркәлгән. Уларҙа 122 кешенең ғүмерең өҙөлгән. Фажиғәле хәлдәрҙе иҫкәртеү маҡсатында был көндәрҙә республикала комплекслы саралар үткәрелә. Шуларҙың береһе – өйҙәр буйынса йөрөп янғынды иҫкәртеүсе ҡоролмаларҙың төҙөклөгөн тикшереү.
Бекетов ауылындағы рейд барышында айырым төр категорияға ҡараған граждандарҙың йорттары тикшерелде. Уның барышында ҡайһы бер етешһеҙләктәр асыҡланды. Шуларҙың береһе батарейкаларҙың сафтан сығыуы. Бер аккумляторҙың хаҡы 50 һумдан да артмай, шуға ла һәр кемгә был эште үҙ аллы башҡарыу талап ителә.
Илдар Байбулатов




