Башлыса өлкән йәштәге граждандар йәшәгән йорт авария хәлендә тип табылған. Бер нисә йыл элек бинаның түшәмдәре боҙолоп стеналары емерелә башлаған. Зыян күреүселәрҙе яңы фатир менән тәьмин итеү өсөн федераль һәм республика бюджетынан 145 млн һум аҡса бүленгән. Яңы торлаҡ ноябрҙә төҙөлөп бөтәсәк тип көтөлә. Теманың дауамы БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Приютов ауылында йәшәүсе Мәрйәм Ильина 35 йыл элек ике ҡатлы йортта фатир һатып алған. Яҡты, иркен бүлмәләрҙән торған өйҙә йәшәй башлаған ханым бер нисә йылдан йорт бинаһы емерелә башлаясаҡ тип уйламаған. Иҫке йорт стеналары сатнап, торлаҡтың түшәме ҡойола башлаған. Ҡышҡы көндәрҙә авария хәлендәге өйҙә һыуыҡ ел ыжғырып торған.
Ике ҡатлы йорттағы алты фатирҙа йәшәүселәр 300 мең һум аҡса йыйып подъезда үҙаллы ремонт эшләп ҡараған, әммә тырышлыҡтар һөҙөмтә бирмәгән. Ғаризалар яҙып күп тапҡыр урындағы етәкселәргә мөрәжәғәт иткәс иҫке йорт авария хәлендә тип табылған. Зыян күреүселәр яңы торлаҡҡа күсерелергә тейеш тигән маҡсат ҡуйыла һәм бинаны сафҡа индерер өсөн төҙөлөш эштәре башланған.
Приютов ҡасабаһында йәшәүселәрҙе яңы торлаҡ менән тәьмин итеү өсөн төбәк һәм федераль бюджеттан 145 һум аҡса бүленгән. Был суммаға биш ҡатлы торлаҡты төҙөп бөтөп фатирҙарҙа ремонт яһау, сантехника үткәреү ҡаралған. Яңы торлаҡты оҙаҡ йылдар көткән граждандар йыл аҙағында яңы фатир асҡыстарын алып ҡыуанасаҡ тип көтөлә.
Авария хәлендәге торлаҡта йәшәүселәрҙең бер өлөшө яңы йорттарға күсерелгән. Биләмәлә төҙөлгән дүрт күп ҡатлы йортта бәхетле фатир хужалары бер нисә йыл элек яңы тормош башлаған. Ноябрҙә заманса торлаҡҡа тағы ла 85 ғаилә күсереләсәк тип көтөлә.
Флорида Ким




