Иглин районы Охлебинин ауылы биләмәһе үҙәгендә Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарына обелиск асылды

Тарихи хәтерҙе яңыртыу патриотик сараһында «Берҙәм Рәсәй» партияһы ағзаһы Эльвира Айытҡолова һәм 19 ауыл биләмәһе хакимиәт башлыҡтары ҡатнашты. Социаль объект «Реаль эштәр» проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған. Проектта ҡатнашыусы граждандар иғәнәләрҙе әүҙем индергән һәм үҙҙәре лә ҡулдан килгәнсә ярҙам ҡулы һуҙған.

Охлебинин ауылынан ғына Бөйөк Ватан һуғышында 300-ҙән ашыу ир-егет ҡатнашҡан. Уларҙың яртыһы яуҙа башын һалған. Ауылдаштары Еңеү, тыуған ил азатлығы өсөн һәләк булған Советтар Союзы Геройы Михаил Анискин менән хаҡлы ғорурлана.

Фото №1 - Иглин районы Охлебинин ауылы биләмәһе үҙәгендә Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарына обелиск асылды

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ