Өфөлә Ағиҙел буйы ташҡындан һуңғы эҙемтәләрҙән төҙөкләндерелә

Яҙғы ташҡын ваҡытында һыу кимәле 6 метрҙан ашыу күтәрелгән. Боҙ тығындарынан баҫҡыстар буйындағы парапеттар емерелә. Ҡоролма тимер-бетон монолитынан һәм декоратив плитәләрҙән тора.

Уларҙы төҙөкләндеү әле үк башланған. Эштәрҙе подрядсы ойошма гарантия йөкләмәһе шарттары буйынса башҡара. Ағиҙел буйының емерелгән өлөшө май аҙағына тиклем тәртипкә килтереләсәк.

Һәр саҡ күҙәтеп тороу, ремонт эштәре ваҡытында башҡарылырға тейеш. Әйтәйек, яр буйын төртипкә килтереү, ләмдән таҙартыу – ауыр түгел. Бынан тыш, беҙгә һәр ваҡыт вандализм эҙемтәләре менән көрәшергә тура килә. Бәүелсәк менән баҫҡыстарҙы ҡарап, тикшереп торабыҙ.

Арсений Мортазин, «Гидроремонт ВКК» акционерҙар йәмғиәтенең Башҡортостан филиалы директоры
Фото №1 - Өфөлә Ағиҙел буйы ташҡындан һуңғы эҙемтәләрҙән төҙөкләндерелә

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ