Башҡортостанда машина төҙөү өлкәһенә кадрҙар әҙерләнәсәк

Бөгөн «Торатау» Конгресс-холында үткән түңәрәк өҫтәлдә ошо хаҡта килешелде. Машина төҙөү комплексы предприятиелары төбәк мәғариф учреждениелары менән берлектә эш алып барасаҡ.

Өлкә министрлыҡтары һәм ведомстволар, машиналар төҙөү предприятиелары һәм һөнәри белем биреү ойошмалары етәкселәре ошо йәһәттәге һорауҙарҙы ҡараны. Башҡортостандың мәғариф һәм фән министрлығы менән «НЕФАЗ», «Туймазы автобетоновоз»ы, Татарстандың «КАМАЗ»ы араһында хеҙмәттәшлеккә нигеҙ һалынды.

Фото №1 - Башҡортостанда машина төҙөү өлкәһенә кадрҙар әҙерләнәсәк

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ