Башҡортостанда 1302 сығарылыш синыф уҡыусыһы Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырыуҙан баш тартҡан

Улар юғары уҡыу йорттарына барырға теләк белдермәй. Урта дөйөм белем тураһындағы аттестатты алыу өсөн ике фәндән – математика менән рус теленән генә һынау тота. Бөгөн һуңғыһы буйынса дәүләт сығарылыш имтиханы уҙғарылды.

Өфөнөң Октябрь районы белем усаҡтарынан 27 бала Мөхәмәт Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейында ойошторолған имтихан пунктына йыйылды. Берҙәм дәүләт имтихандарындағы кеүек үк бында ла талаптар ҡәтғи, балалар металл тикшереү ҡоролмаһы аша үтте.

Мәғариф учреждениеһында санитар-эпидемиологик хәүефһеҙлек саралары ла күрелде. Контроль-тикшереү материалдарына килгәндә, уҡыусылар ике сәғәт ярым эсендә 24 һорауға яуап бирергә тейеш.

Фото №1 - Башҡортостанда 1302 сығарылыш синыф уҡыусыһы Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырыуҙан баш тартҡан

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ