Унда биш йәшлек ҡыҙҙар ҙа, күп балалы әсәләр ҙә ҡатнашты. Ғафури районы Сәйетбаба ауылынан Гөлнара Юлбарыҫова Гран-при яуланы.
“Башҡортостан гүзәле" конкурсы мөхәббәт, ғаилә, халыҡ йолалары һәм традициялар сағылышы, ти Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте рәйесе, матурлыҡ ярышының баһалама комиссияһы рәйесе Гөлнур Ҡолһарина.




