Әлегә тиклем 85 урман янғыны теркәлгән. Бөгөн Бөрйән һәм Белорет урмандарында ике урында ут сыҡҡан. Уның ялмап алған майҙаны – 77 гектар самаһы. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, күп кенә райондарҙа янғын ихтималлығы һаҡлана. Ҡайһы бер төбәктәрҙә көслө ел көтөлә.Урман хужалығы министрлығы халыҡты иғтибарлы булырға саҡыра. Ведомствоның матбуғат хеҙмәте етәксеһе Айрат Искәндәров.
Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә ашығыс хеҙмәттәргә шылтыратырға кәрәк. Элемтә телефоны: 112.






